8Март. Для наших Дам, мам, бабушек, девочек

Йылы ҡояш нурҙарына төрөнөп,йүгерек гөрләүектәр менән йүгереп яҙҙың беренсе айы – март та килеп етте. Был ай иһә үҙенең иң күркәм, иң наҙлы байрамы менән башланып китә. Һигеҙенсе март – ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы.
Хөрмәтле гүзәл заттар! Тәбиғәт уянған мәлгә тап килгән байрам тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырһын. Барығыҙҙы ла иң тантаналы байрамдарҙың береһе булған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Яҙғы ҡояш нурҙары һәм Һеҙҙең яғымлы йылмайыуығыҙ менән яҡтыртылған был көндө һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Сөнки ул Һеҙҙе, гүзәл заттарҙы, ололау, айырыуса иғтибар күрһәткән көн.
Быуаттар буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл һәм серле образы меңәрләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Әммә шул уҡ ваҡытта ниҙер әйтелеп бөтөлмәгән кеүек тойола. Был мәңгегә шулай буласаҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да серлерәк, илаһираҡ зат юҡ.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Тормошоғоҙ шатлыҡ менән тулы булһын. Яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Ғүмер-ғүмергә бәхетле булығыҙ! Оҙон ҡыштан арынған йөрәгебеҙҙе шулай йылытып, күңелгә йыр булып, байрам кәйефе бүләк итеп йәшәгеҙ.
Ҡотло булһын байрамығыҙ!