Бөгөн ауыл клубында бик матур, бик кәрәкле йыйылыш үтте. Йыйылышта Шишмә районы башҡорттары рәйесе Рәфис Зәкиевич , Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Лилиә Әнвәровна, Дурас ауыл хәкимиәте рәйесе Заманов ҡатнашты. Йыйылышта ауылда ағинәйҙәр ойошмаһын асыу мәсъәләһе күтәрелде. Ауыл халҡы был мәсъәләне бер тауыштан күтәреп сыҡты. Ауылдағы 45 йәш тулған ҡатын — ҡыҙҙарҙы Ағинәйҙәр ойошмаһына алырға тигән ҡарар сығарылды. Йыйылыу урыны тип клуб менән мәсет һайланды. Ауылдағы пенсионер Ағинәйҙәр һәр аҙна мәсеткә йыйылып эш планын ҡараясаҡ. Һәр башланғысты эшләп йөрөгән Ағинәйҙәр ярҙамы менән тормошҡа ашырылыр тип өмөт итәбеҙ. Шулай уҡ йыйылышта Ағинәйҙәргә милли кейемдәр, түшелдеректәр алыу мәъәләһе лә ҡуйылды. Йыйылышҡа килеүсе ағинәйҙәр үҙ көстәре менән милли кейем алыу өсөн ыңғай яуап бирҙе. Аҡсаны Кинйәғолова Рәмзилә йыясаҡ. Ағинәйҙәр ойошмаһы районда үткән төрлө сараларҙа ҡатнашырға, ауылдағы төрлө мәсъәләне күтәреп сығырға, төрлө йолаларҙы, байрамдарҙы ауыл балалары менән үткәрергә бурыслы. Байрам мотлаҡ башҡорт телендә үткәрелергә тейеш.