Изге Рамазан айы мөбәрәк булһын

Изге Рамазан аенда Ураҙа тотыу — Ислам диненең биш нигезенең берсе булып һанала. Әлеге гыйбадәт эсенә бик ҡүп ниғъмәт һәм бәрәҡәт яшеренгән. Аллаһының илсеһе Мөхәммәд пәйгамбәр (саллалаһу гәләйһи вә сәлләм) әйткән:
«Хаҡтыр ти, оҗмахҡа керә торған ҡапҡаларның «Ар-Раян» дип атала торғаннары барҙыр, ожмах ҡапҡалардан Ҡыямәт көнне бар тик Ураҙа тотусылар ғына оҗмахҡа керер, аларҙан башка бу ҡапҡаҙан бүтән беркем дә керә алмаҫ. Ул көнне һоралыр: «Ҡая Ураҙа тотусылар» — тип, һәм алар алга сығарлар, аларны йәннәткә керетерләр һәм ар-Раян ҡапкаларын ябарлар һәм башка беркемне дә ул ҡапҡанан кертмәҫләр» — тигән.
Рамазан айы дауамында, көн һаен ҡояш баеғас мосолмандар киске ашҡа, «ауыҙ асыу», ифтэр ашына керешәләр. Бер хәдистә пәйгамбәребеҙ (саллалаһу гәләйһи вә сәлләм) болай тип әйтә: «Ураҙа тотусы өсен ике шатлыҡ барҙыр, берһе киС белән ауыҙ асҡанда, ә икенсеһе Аллаһ каршына яуап тотар өсөн барғас булыр» — тигән. (Бохари, Мөслим йыентыгыннан)
Кис белән айыуҙ асу ваҡыты — доға ҡабул була торған ваҡытларның берһе булып һанала. Аллаһының расүле (саллалаһу гәләйһи вә сәлләм)әйткән: «Ураҙа тотусының ауыҙ аскан ваҡыттагы догаһы кире ҡағылмаҫ» — тигән.