Мең ырыуы башҡорттарының йыйыны


Бөгөн, 24 апрелдә Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында Мең ырыуы башҡорттарының йыйыны уҙҙы. Сараға Башҡортостандың уң районынан ҡатнашты. Иң ҙур делегация Шишмә районынан — йәмғеһе 60 кеше булды. Фойела халыҡ кәсептәренең ҙур күргәҙмә йәрминкәһе ойошторолдо.Унда үрелгән кәрзиндәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр тәҡдим ителде. Гүзәл заттар үҙҙәренең фиғелендәренә тап килгән һәм милли рухта ижад ителгән алҡалар, түшелдерек һатып алып хушһынды. Ҡунаҡтарҙы фойела райондарҙа әүҙем эшләп килгән ағинәйҙәр ойошмалары йыр-бейеу менән ҡаршы алды. Түбәнге Хәжәт ауылы ағинәйҙәре баянға бейетеп сәк-сәк, бауырһаҡ башҡа милли аш-һыу менән һыйлаһа, башка район делегаттары Шишмә мәҙәниәт йорто ҡурайсыһы Салауат Ғилметдинов, баянсы Айҙар Басыров менән сарала ҡатнашыусыларҙы күләгәгә йәлеп итте. Форумдың төп өлөшөндә Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов 2018-2023 йылдар арауығында башҡарылған эштәр, ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеше менән таныштырҙы. «Һеҙҙе тарихи мең ырыуҙары ерендә урынлашҡан, Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә сираттағы йыйында булыуығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым, һәммәгеҙгә иҫәнлек- һаулыҡ һәм изге эшебеҙҙә уңыштар теләйем!-тине ул.-Тарих төпкөлөнән билгеле булыуынса, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ғәҙәттә тыуған төйәгебеҙгә һәм халҡыбыҙға хәүеф янағанда, ҙур йыйын ҡорғандар һәм тейешле ҡарар ҡабул иткәндәр.
Бына ошо традицияны һаҡлап Мең ырыуҙары төбәк- ара йәмәғәт ойошмаһы Советы һәм ырыуыбыҙҙың Почетлы Аҡһаҡалдары Советы менән кәңәшләшеп, сираттағы йыйыныбыҙҙы ойошторорға булдыҡ. Беҙ хәл- әхүәл белер һәм күңел асыу өсөн генә йыйылманыҡ, ә булған проблемаларҙы бергәләп атҡарып сығыу юлдарын табыу һәм милләттәштәребеҙгә тәҡдим итеү өсөн йыйылдыҡ!
Бөгөнгө йыйыныбыҙҙа мең ырыуҙары йәшәгән ун райондан һәм Өфө ҡалаһынан замандаштарыбыҙ ҡатнаша.» Мең ырыуы йыйынында тәүге тапҡыр Мең ырыуы гимны яңғыраны. Һүҙҙәрен Шишмә районы Үрге Тирмә ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе, Мең ырыуының бишенсе йыйынын ойоштороу комитеты ағзаһы Флорида Байкова ижад итте. Көйөн Башҡортостандың халыҡ артисы, дирижер, Башҡортостан Республикаһы гимны авторы Фәрит Иҙрисов. Меңлеләр гимнды аяҡ үрә баҫып хупланы. Йыйын сиктәрендә айырыуса әүҙем хеҙмәттәшлек итеүсе замандаштарыбыҙға ,,Ҡәнзәфәр бей,, иҫтәлекле миҙалы, шулай уҡ маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды.Йыйын һуңында резолюция, башҡорт халҡына мөрәжәғәт ҡабул ителде, Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы президиумының яңы вәкилдәр һайланды. Осрашыу райондарҙан килгән артистарҙың концерты менән тамамланды. Дилбәр Хәмитова, Шишмә районы мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы