Выездной семинар .Обряд имянаречения Ағинәйҙәргә.

Урта Хәжәт ауылында «Шәрифә» ауыл ағинәйҙәре үҙҙәренең исем туйына саҡырҙы. Уларҙың ағинәйҙәр ойошмаһына Шәрифә исемен ҡушыуҙарының үҙ тарихы бар. Шәрифә Мең ырыуы башлығы Ҡәнзәфәр бейҙең ҡатыны һәм ул сығышы менән Урта Хәжәт ауылынан тип әйтелә. Сараға ауылдарҙан ҡунаҡтар, ағинәйҙәр ҡотларға килде. Сара бик матур һәм бер тында үтте. Ағинәйҙәрҙең ошолай әүҙем булыуҙары бик шатландыра.»Шәрифә» ағинәйҙәренә рух көсө, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.